+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Ноября 2022, 03:45

Иң яҡшы 10 игенсе автомобиль асҡысы алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылғы уңышты йыйыуҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән 10 комбайнсыға «Лада Гранта» автомобиле асҡыстары тапшырҙы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң яҡшы 10 игенсе автомобиль асҡысы алдыИң яҡшы 10 игенсе автомобиль асҡысы алды
Иң яҡшы 10 игенсе автомобиль асҡысы алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылғы уңышты йыйыуҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән 10 комбайнсыға «Лада Гранта» автомобиле асҡыстары тапшырҙы.

Республиканың иң яҡшы игенселәрен бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында уҙҙы.

Республика етәксеһе хәбәр итеүенсә, уңыш йыйыуҙа Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары алдынғылыҡты бирмәне, улар 300 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуҡҡан. Республиканың тағы алты районы тәүгә 200 мең тонналыҡ сикте үткән.

«Лады Гранта» автомобиле менән бүләкләнеүселәр араһында Күгәрсен районының «Толмачев» крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Павел Толмачев, Борай районының фермер хужалығы етәксеһе Динәрик Шакиров, Мәләүездең «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы Артур Абдуллин, Хәйбулла районының «Закиров» крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Сәхиулла Билалов, Дыуан районының «Ярославка» ауыл хужалығы предприятиеһы» йәмғиәте механизаторы Константин Гладких бар.

Автор:
Читайте нас