+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Ноября 2022, 04:23

Ҡыш бабай поезы Өфөлә һәм Белоретта туҡтала

22 октябрҙә Ҡыш бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡты. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция Рәсәй тимер юлдары буйлап 33 мең саҡрымдан ашыу юл уҙырға тейеш. Поезд БАМ, Транссиб, Үҙәк Рәсәй һәм Себерҙең 130-ҙан ашыу ҡалаһы аша үтәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыш бабай поезы Өфөлә һәм Белоретта туҡталаҠыш бабай поезы Өфөлә һәм Белоретта туҡтала
Ҡыш бабай поезы Өфөлә һәм Белоретта туҡтала

22 октябрҙә Ҡыш бабай поезы Бөйөк Устюгтан ил буйлап сәйәхәткә сыҡты. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция Рәсәй тимер юлдары буйлап 33 мең саҡрымдан ашыу юл уҙырға тейеш. Поезд БАМ, Транссиб, Үҙәк Рәсәй һәм Себерҙең 130-ҙан ашыу ҡалаһы аша үтәсәк.

Поезд Башҡортостанға ла килә. 7 декабрҙә (шаршамбы) — Өфөлә, 8 декабрҙә иһә Белоретта туҡтай.

«Ҡыш бабай поезы туҡтаған һәр ҡаланың вокзалында артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында ҡышҡы әкиәт мөхитенә сумырға мөмкинлек биргән күңелле байрам программаһы көтә», – тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас