+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Ноября 2022, 02:44

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә «Ғаилә» үҙәктәре ярҙам итә

Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән һуң Башҡортостандың «Ғаилә» үҙәктәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 800-ҙән ашыу туғаны мөрәжәғәт иткән, тип белдерҙеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә «Ғаилә» үҙәктәре ярҙам итәМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә «Ғаилә» үҙәктәре ярҙам итә
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә «Ғаилә» үҙәктәре ярҙам итә

Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән һуң Башҡортостандың «Ғаилә» үҙәктәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 800-ҙән ашыу ғаилә ағзаһы мөрәжәғәт иткән, тип белдерҙеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ошо үҙәктәрҙең белгестәре төрлө ярҙам саралары күрһәтеү мәсьәләләре буйынса 900-ҙән ашыу консультация үткәргән, 86 хәрби хеҙмәткәрҙең ғаилә ағзаһына психологик ярҙам күрһәтелгән.

«Меңдән ашыу кешегә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, балалар өсөн гигиена әйберҙәре менән ярҙам иттеләр. Белгестәр бөтәһе 839 ғаиләгә барҙы, – тинеләр министрлыҡта. –  Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларының 131-е өйҙә хеҙмәтләндерелә башланы. Уларҙың 118-е – оло йәштәгеләр, һигеҙ инвалид, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән биш ғаилә».

Башҡортостандың «Ғаилә» үҙәктәренең берҙәм телефоны: 8-800-347-5000. Тулыраҡ мәғлүмәтте республиканың Ғаилә порталынан алырға мөмкин.

Сығанаҡ: «Башинформ».

 

Автор:
Читайте нас