

Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәүсе Арыҫлан Шафиҡов миҙалға лайыҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән һәм кеше ғүмерен ҡотҡарған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү сараһы иртәгә, 3 ноябрҙә, Рәсәйҙең Федерация Советында үтә.
Ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡов бер йортҡа ут тоҡаныуын күрә һәм янғын һүндереү хеҙмәтен саҡырта. Үҙе тиҙ генә тәҙрә аша инеп оло йәштәге 2-се төркөм инвалидын һәм уның ҡатынын уттан сығара.
Федерация Советының “Батырлыҡ күрһәткән өсөн” миҙалы менән быйыл Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән малай һәм ҡыҙҙар наградлана.
Саранан тура тапшырыуҙы Өфө ваҡыты менән 12.00 сәғәттә «Вместе-РФ» телеканалы һәм Федерация Советының социаль селтәрҙәренә инеп ҡарарға мөмкин.