

Ҙур сара илдең 60-тан ашыу төбәгенән һәм сит илдәрҙән туристик индустрия өлкәһе белгестәрен бергә тупланы. Форумда этнотурҙар ойоштороу, ваҡиғалы туризм, халыҡ кәсептәрен үҫтереү мәсьәләләре ҡарала. Халыҡ-ара форум – тәжрибә уртаҡлашыу, тармаҡ проблемаларын асыҡлау майҙаны. Унда һәр төбәк үҙ халҡының көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен күрһәтә.
Этнотуризм төбәк тәбиғәтенең матурлығы менән бергә урындағы халыҡтарҙың көнкүреше, үҙенсәлеге, изге йолалары менән таныштырыуҙы иҫәптә тота. Ошо маҡсатта эшләгән биш йөҙҙән ашыу туристик ойошма Халыҡ ара форумда үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдергән. Финал сараларында Рәсәйҙән 343 проект үҙ-ара ярышасаҡ.
Өс көн барған Халыҡ-ара форум сиктәрендә «Йыл маршруты-2022» Бөтә Рәсәй туристик премияһы финалы ла үтә. Еңеүсегә «Рәсәйҙең иң уңышлы маршруты» тигән баһалы исем бирелә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press, vk.com/radiyhabirov