

Быйыл яҙ Ейәнсура районының Күгәрсен ауылы янындағы Ямашлы һыуһаҡлағысына төшөп киткән машинала өс ҡатын-ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгәйне.
Рулдәге водитель генә иҫән ҡалды. Тикшереү барышында 48 йәшлек ханымдың авария ваҡытында эскән булыуы асыҡлана. Уға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексындағы 264-се статьяның 6-сы өлөшө (иҫерек килеш, һаҡһыҙлыҡ сәбәпле ике йәки унан күберәк кешенең үлеменә килтергән транспорт сараларын файҙаланыу һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ғәйепләнеүсегә был статья буйынса 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Ошо көндәрҙә Күгәрсен район-ара суды юл фажиғәһендә ғәйеплене алты йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Ул дөйөм тәртиптәге колонияға ебәрелә. Уны суд залында ҡулға алдылар. Әлегә ҡарар законлы көсөнә инмәгән.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан.