

Башҡортостанда миокард инфарктынан үлем осраҡтары 9,4 процентҡа кәмегән, тип хәбәр итә республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Башҡортостан Башлығы быға нигеҙҙә ике йыл элек ойошторолған Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә идара итеү үҙәге эше һәм ЭКГ һөҙөмтәләрен дистанцион ҡабул итеү һөҙөмтәһендә өлгәшелеүен билдәләне.
«Был сырхауҙарҙың хәлен тиҙерәк баһаларға һәм сир көсәйеү билдәләрен ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирә. Әле 1,5 миллиондан ашыу кеше – үпкә гипертензияһы диагнозы ҡуйылған, йөрәк ритмы боҙолған һәм башҡа пациенттар табиптарҙың даими күҙәтеүендә», – тине Радий Хәбиров.
Республика кардиология үҙәге табиптары 14 меңдән артыҡ ЭКГ-ны эшкәрткән, «табип-табип» форматында – 8 меңдән ашыу, «табип-пациент» формаһында иһә 4 меңгә яҡын консультация үткәргән.
Сығанаҡ: «Башинформ».