-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Октября 2022, 04:35

Республикабыҙҙан 32 студент 1 миллион һумлыҡ грант алды

“Студенттар стартапы” федераль конкурсының һөҙөмтәләре билдәле булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикабыҙҙан 32 студент 1 миллион һумлыҡ грант алдыРеспубликабыҙҙан 32 студент 1 миллион һумлыҡ грант алды
Республикабыҙҙан 32 студент 1 миллион һумлыҡ грант алды

“Студенттар стартапы” федераль конкурсының һөҙөмтәләре билдәле булды. Республикабыҙ еңеүселәр һаны буйынса илдә 4-се урынды биләй. Егеттәр һәм ҡыҙҙар тәҡдим иткән проекттар һанлы технологияларға, яңы приборҙарға, ижади индустрияға, энергетикаға бәйле. Еңеүселәр араһында Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары бар.

Фото: "Башинформ"дан.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас