+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Октября 2022, 03:17

Өфө сәнғәт училищеһында яңы етәксе

Өфө мәҙәниәт идаралығының элекке етәксеһе Шамил Абдраҡов Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) директоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө сәнғәт училищеһында яңы етәксеӨфө сәнғәт училищеһында яңы етәксе
Өфө сәнғәт училищеһында яңы етәксе

Өфө мәҙәниәт идаралығының элекке етәксеһе Шамил Абдраҡов Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) директоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Ул 1980 йылда Мәләүездә тыуған. Салауат музыка училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «юриспруденция» һөнәренә уҡыған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Мәләүез хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә белгес булып башлаған. Ошонда уҡ йәштәр эштәре комитеты, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын биләгән. 2012 йылда Салауат музыка колледжы директоры итеп тәғәйенләнә.

2013 йылдан Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләне. Өфө сәнғәт училищеһының элекке директоры Лидия Воробьева хәҙер баш ҡаланың Камаев исемендәге 2-се балалар музыка мәктәбен етәкләй.

Автор:
Читайте нас