+10 °С
Ясно


Республика Башлығы Радий Хәбиров менән тура эфир барышында үҙен Илнур Рамазанов тип танытҡан яҡташыбыҙ, Өфөнөң тимер юл вокзалында хәҙер башҡорт телендә иғлан итмәйҙәр, тип белдерҙе.
Радий Фәрит улы был хәл уның өсөн яңылыҡ булыуын әйтте һәм уның айышына төшөнөргә вәғәҙә бирҙе.
- Тәүгә ишетмә был турала, мәсьәләне асыҡлармын. Аэропортта рус һәм башҡорт телдәрендә мәғлүмәт бирәләр. Шәхсән үҙем тикшереп ҡараным. Әгәр ысынлап та ул юҡ икән, был дөрөҫ түгел, - тине ул.