+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Октября 2022, 11:25

Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған тамаша

16 ноябрҙә “Күп нәмә онотола, бындайы – бер ҡасан да!” тип аталған музыкаль-театрлаштырылған тамаша була.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған тамашаРәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған тамаша
Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған тамаша

16 ноябрҙә төшкө сәғәт 2-лә Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә “Күп нәмә онотола, бындайы – бер ҡасан да!” тип аталған музыкаль-театрлаштырылған тамаша була. Ул Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 210 йыл тулыуға арналған.

Был мәҙәни сара тыуған төйәгебеҙҙең данлы үткәне тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм илебеҙ өсөн ғорурлыҡ, йәш быуында ата-бабалар батырлығына ихтирам тәрбиәләү маҡсатын ғәмәлгә ашыра. Тамашасыларҙы Рәсәй тарихының шанлы үткәнен сағылдырған мауыҡтырғыс программа көтә. 1812 йылғы һуғыш тураһында йырҙар, марштар, филармония артистары башҡарыуында хәрби-патриотик бейеүҙәр һәм музыкаль композициялар – рухлы сығыштар XIX быуат башына алып ҡайтасаҡ. «Ҡаһым түрә», «Наполеон Бонапарт», «Ирәмәл», «Байыҡ», «Любизар», «Урал», «Боронғо һалдат маршы» – хәрби йырҙарҙың тарихы менән танышыу ҙа бер кемде битараф ҡалдырмаҫ.

«Пушкин картаһы» ғәмәлдә.

Фото: Нефтекама дәүләт филармонияһы сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас