

Башҡортостан Башлығы үҙенең указы менән республика хөкүмәтенең мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, шул иҫәптән компьютер һөжүмдәрен асыҡлау, иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса вәкәләттәрҙе республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары ‒ иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовҡа йөкмәтте.
Беренсе вице-премьер Башҡортостан хөкүмәтенең мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса функцияларҙы ғәмәлгә ашырған структура бүлексәһен билдәләү буйынса тәҡдимдәр индерергә һәм Рәсәй Президентының 2022 йылдың 1 майындағы «Рәсәй Федерацияһының мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында» указы талаптарын үтәүҙе тәьмин итергә тейеш.