+4 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
28 Октябрь 2022, 03:51

Хоспис 2023 йылдың беренсе яртыһында файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнешендә төрлө мөһим темалар күтәрелде. Республика етәксеһе хоспис төҙөлөшө барышы тураһында ла һөйләп үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хоспис 2023 йылдың беренсе яртыһында файҙаланыуға тапшырыласаҡХоспис 2023 йылдың беренсе яртыһында файҙаланыуға тапшырыласаҡ
Хоспис 2023 йылдың беренсе яртыһында файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнешендә төрлө мөһим темалар күтәрелде. Республика етәксеһе хоспис төҙөлөшө барышы тураһында ла һөйләп үтте.

– Хоспис – республикабыҙ ҙа, меценаттар ҙа, уны төҙөүсе предприятиелар ҙа ғорурланасаҡ объект буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы. Уның биналары майҙаны 13,5 мең квадрат метр тәшкил итәсәген, 60 палата (40 палата – өлкәндәр, 20-һе – балалар өсөн) буласағын, әле үк уның хаҡы миллиард һумдан артып китеүен билдәләне. Хосписты төҙөүгә инвестициялар һалыусыларға рәхмәт белдерҙе. Республика Башлығы уның әле юғары әҙерлек стадияһында булыуын: ҡыйығы ябылыуын, иң мөһиме – бөтә инженерлыҡ инфраструктураһы (йылылыҡ, газ, электр уты һәм башҡалар) әҙер икәнен, биҙәкләү эштәре барыуын билдәләне. Асылда ул ҙур дауахана комплексы һымаҡ һалына. Ауыр сирҙәргә дусар сырхауҙарҙың хәлен еңеләйтеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырыласаҡ хоспис –  бар яҡлап та уйланылған һәм ысын-ысындан заманса, уникаль проект.

“Объект 2023 йылдың беренсе яртыһында файҙаланыуға тапшырылыр, тип уйлайым”, – тине Радий Хәбиров.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас