

“Шүлгән-Таш” музейы 4 ноябрҙә – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй мәҙәни-белем биреү акцияһына ҡушылып, музейҙы күрергә теләүселәрҙе бушлай ҡабул итә.
Музей буйлап экскурсиянан тыш, бай мәҙәни программа ла ҡаралған. Килеүселәргә “Музейҙың серҙәрен ас” тигән квест-уйын тәҡдим ителә. Шулай уҡ “Урал батыр” фильмын күрһәтеү планлаштырыла.
Бынан тыш, район оҫталары ҡатнашлығында башҡорт милли уйын ҡоралы ҡурайҙы эшләп ҡарарға һәм уҡтан атырға өйрәнергә лә мөмкинлек буласаҡ. Экскурсияға барыусылар өсөн “Тәүтормош рәссамы” тигән ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәресе лә ҡаралған.
Бәләкәйҙәрҙе “Боронғо кешенең торлағы” тигән балалар зонаһы көтә. Унда аквагрим һалдырырға, башватҡыстар сисергә йки буяуҙар менән булышырға мөмкин буласаҡ.
Саралар 17.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем барасаҡ.