+1 °С
Облачно


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше барышында Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһенән видеомөрәжәғәт булды.
Һорау Рыльский урамын төҙөкләндереүгә ҡағылғайны.
– Ҡашҡаҙан паркын эшләгән саҡта Рыльский, Яр буйы урамдарын да төҙөкләндереү кәрәклеге асыҡланды. Проектлау эштәре 2023 йылдың мартында тамамланырға тейеш. Реконструкцияны биләмәне төҙөкләндереү менән бәйләргә кәрәк, был иһә күп сығым талап иткән эш. Беҙ вәғәҙәбеҙҙе тотабыҙ, Рыльский урамын эшләрбеҙ, – тине Радий Хәбиров.