+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Октября 2022, 10:59

Коронавирус йоҡтороу осраҡтары кәмей бара

 Республикала ковид инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары көндән-көн кәмей. Һуңғы тәүлектә коронавирус 271 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Коронавирус йоҡтороу осраҡтары кәмей бараКоронавирус йоҡтороу осраҡтары кәмей бара
Коронавирус йоҡтороу осраҡтары кәмей бара

Республикала ковид инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары көндән-көн кәмей. Һуңғы тәүлектә коронавирус 271 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Пандемия башланғандан алып вирусты йоҡтороусылар – 329,5 меңдән ашыу.

Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 183 сырхау дауалана, уларҙың күбеһе – өлкән йәштәгеләр. Инфекцияны сағыштырмаса еңел үткәреп, өйҙәрендә дауаланыусылар – 3,3 меңдән күберәк. Аҙаҡҡы тәүлектә 417 кеше вирустан һауығыуға өлгәшкән. Сирҙе еңеүселәрҙең дөйөм һаны – 320 меңдән артыҡ.

Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинация әүҙем дауам итә. Прививканың ике компонентын да алыусылар –  3,193 миллионға яҡын.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас