+17 °С
Ясно


Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа 2023 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы күләмен айына 16 242 һум күләмендә билдәләүҙе күҙҙә тотҡан закон проектын ҡабул итте.
Әле минималь хеҙмәт хаҡы күләме 15 279 һум тәшкил итә. Закон проектында уны 6,3 процентҡа арттырыу ҡаралған.
Бынан тыш, проектта 2023 һәм 2024 йылдарға уны иҫәпләү тәртибен үҙгәртергә тәҡдим ителә. Минималь хеҙмәт хаҡы күләме тиҙләтелгән тәртиптә арта башлаясаҡ: уны ҙурайтыу Рәсәйҙә эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы күләме нисек үҫеүенә бәйле буласаҡ.