+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Октября 2022, 04:40

Ҙур янғын тиҙ арала һүндерелә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә кис Өфөнөң Вокзал урамында ике ҡатлы кирбес бинала янғын сыға.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙур янғын тиҙ арала һүндереләҘур янғын тиҙ арала һүндерелә
Ҙур янғын тиҙ арала һүндерелә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә кис Өфөнөң Вокзал урамында ике ҡатлы кирбес бинала янғын сыға.

Янғын майҙаны 200 квадрат метр тәшкил итә. Уны һүндереүгә 78 кеше һәм 24 берәмек техника йәлеп ителә. Ут 23.26 сәғәттә һүндерелә. Зыян күреүселәр юҡ.

Ғәҙәттән тыш ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана, янғын урынында тикшереүселәр һәм янғын һынау лабораторияһы белгестәре эшләй.

 

Автор:
Читайте нас