+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Октября 2022, 05:33

Әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлеге тиҙләтелде

Башҡортостанда әсәлек капиталы сертификатын алған ғаиләләр аҡсаны пенсия фондының клиент хеҙмәттәренә бармайынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотонорға мөмкин. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлеге тиҙләтелдеӘсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлеге тиҙләтелде
Әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлеге тиҙләтелде

Башҡортостанда әсәлек капиталы сертификатын алған ғаиләләр аҡсаны пенсия фондының клиент хеҙмәттәренә бармайынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотонорға мөмкин. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер халыҡҡа банкка ғына мөрәжәғәт итергә кәрәк, банк иһә тейешле документтарҙы пенсия фондына тапшыра. Республиканың 16 кредит ойошмаһы — Һаҡлыҡ банкы, ВТБ, Газпромбанк һәм башҡалар менән ошондай килешеүҙәр төҙөлгән.

«Банкта торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн кредит рәсмиләштергәндә әсәлек капиталы аҡсаһын кредит буйынса төп бурысты түләүгә йәки уны алғанда тәүге иғәнәгә тотоноу тураһында ғариза бирелә. Ипотека кредиттары булған һәм әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтергә хәл иткән ғаиләләр кредит юллаған банк аша ғариза биреүҙең уңайлы ысулын файҙалана ала», — тине Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Фото: "Башинформ"дан.
Автор:
Читайте нас