+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Октября 2022, 04:00

Рекордлы уңыш

Башҡортостан хөкүмәтенең вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахмановтың белдереүенсә, быйылғы уңыш 1986 йылғы рекордты уҙған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рекордлы уңышРекордлы уңыш
Рекордлы уңыш

Башҡортостан хөкүмәтенең вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахмановтың белдереүенсә, быйылғы уңыш 1986 йылғы рекордты уҙған.

Ул «Рәсәй» медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында, агротехниканы теүәл үтәү, сәсеү графигын ҡәтғи тотоу кеүек алымдар юғары юңыштың төп сәбәптәре, тине.

Шулай уҡ үҫемлектәрҙе өҫтәмә туҡландырыуҙы дөрөҫ ҡулланыу, 20 проценттан ашыу элиталы орлоҡ сәсеү ҙә үҙ һөҙөмтәләрен биргән. Һауа торошоның быйыл ҡулайлы килеүен дә иҫәптән сығарып булмай.

Министр билдәләүенсә, ағымдағы йыл һөҙөмтәләре менән 2021 йылдың юғалтыуҙары ҡапланасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл республика аграрийҙары 5 миллион тоннанан ашыу уңыш йыйып алды.

Автор:
Читайте нас