

Мәртәбәле сарала Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы Ялсыҡаева, Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы ҡатнашты. Шағирҙың ҡыҙы уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, премия тапшырып, киләсәктә уңыштар теләне.
Тәүге бүләкләнеүселәр әлеге көндә илебеҙҙең төрлө ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында белем ала. Өфө, Мәскәү, Санкт- Петербург, Ҡазан, Йошкар-Ола, Ырымбур, хатта Чехияла уҡыусы балаларыбыҙ Мостай Кәрим рухына тоғролар, гимназияла һалынған ошо рух уларҙы яңы бейеклектәргә әйҙәй. Быйылғы грант алыусы уҡыусыларыбыҙ ҙа ышанысты аҡлар, гимназиябыҙҙың данын арттырыр, тигән өмөттә гимназия коллективы.