+17 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Октября 2022, 11:47

Исеме - халыҡ хәтерендә

Бөгөн  баш ҡалабыҙҙа  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы  Ноғман Мусин йәшәгән  йортта мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Ноғман Мусин ижады – халыҡсан ижад. «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа – аҡ болан» кеүек эпик йөкмәткеле романдары,  «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» һ.б. үткер проблемалы повестары , күп һанлы хикәйә һәм очерктары күптән инде халҡыбыҙҙың аҫыл гәүһәренә әйләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, кешеләргә оло һөйөү, миһырбанлыҡ  менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уның яҙған әҫәрҙәрен нисәмә быуын уҡыусылар яратып, һоҡланып уҡыуҙан туҡтамай.

Исеме - халыҡ хәтерендә
Исеме - халыҡ хәтерендә
Автор:
Читайте нас