+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Октября 2022, 10:01

Ире йәки улы хәрби операцияға алынған ҡатын-ҡыҙға үҙен нисек тоторға?

Килеп тыуған ҡыйын хәлдә үҙеңде нисек тынысландырырға, тип мөрәжәғәт итеүселәргә тәжрибәле психологтан мөһим кәңәштәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ире йәки улы хәрби операцияға алынған ҡатын-ҡыҙға үҙен нисек тоторға?Ире йәки улы хәрби операцияға алынған ҡатын-ҡыҙға үҙен нисек тоторға?
Ире йәки улы хәрби операцияға алынған ҡатын-ҡыҙға үҙен нисек тоторға?

“Бөтә ил халҡын ауыр хис-тойғо биләп алды. Бигерәк тә, яҡынын хәрби хеҙмәткә оҙатҡандар ауыр ғазапҡа батҡан. Эйе, еңел түгел, әммә шуны белеү мөһим: борсолоу тойғоһо һөйөүҙе, хәстәрҙе аңлатмай. Кеше ҡайғырып, төшөнкөлөккә бирелеп йөрөһә, был кире хис-тойғо аша хафа, ҡурҡыу тамыр йәйә. Ә бит ҡурҡыу хисе яҡындарыбыҙға ла күсә, тарала! Мөхәббәт, ышаныу, изге уй – ыңғай, таҙа энергия,  ҡурҡыу – кире йоғонто уятҡан алама көс. Әлеге мәлдә хәрби хеҙмәткә алынған барлыҡ ир-егеттәребеҙгә беҙҙең  ышаныс, һөйөү һәм йылы һүҙ кәрәк: “мин һиңә ышанам”, “яратам”, “һин көслө” тип йышыраҡ әйтәйек. Ышаныс, мөхәббәт, күңел йылыһы –  кешелекте тыныслыҡҡа алып килгән ҙур көс, эске донъяны тынысландырыу ҡөҙрәтенә эйә яҡты хистәр. Яҡынығыҙ алыҫта булһа ла, һеҙҙең ышанысты яҡшы тоя. Изге теләктә генә булығыҙ: “ҡурҡам”, “хәүефләнәм”, “ауырыйым” тигән һүҙҙәрҙе ҡәҙимге тормошта ла ҡулланыу килешмәй, айырыуса әлеге мәлдә ғәзиздәрегеҙҙә үҙегеҙ өсөн хәүефләнеү тойғоһо уятмағыҙ. Уның көс-хәлен исрафламағыҙ. Өйҙә уны көтәләр, яраталар икәнен белеү уға йәшәү көсө өҫтәр”, – тип ире йәки улы хәрби операцияға алынған ғаилә ағзаларына мөһим кәңәштәрен юллай психолог Гүзәл Фиҙағиева-Харисова.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас