

Башҡортостан Юлдаш телеканалында тура эфирҙа республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров раҫлаған ярҙам саралары тураһында һөйләне.
Ул Башҡортостан етәкселегенең был сараларҙы ғәмәлгә ашырыуға һәм мобилизацияланғандарҙың ғаиләләрен социаль яҡлауға йүнәлтелгән норматив-хоҡуҡи акттарҙың ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡабул итеүен билдәләне.
– Әле Башҡортостан Хөкүмәтендә бер нисә закон проекты, шул иҫәптән транспорт һалымы хаҡындағы законға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы проект килешеү үтә. Ул үҙгәрештәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йәки уларҙың ғаилә ағзаларының береһен 2022 йылда бер транспорт сараһы (транспорттың һәр төрө буйы буйынса) өсөн һалымдан азат итеүҙе күҙҙә тота. Был закон проектын ноябрҙә ҡабул итеү планлаштырыла, – тине Лира Иғтисамова.
Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәләп үтелеүенсә, балалар мәктәптәрҙә бушлай туҡланыу мөмкинлеген ала, уларға бушлай транспортта йөрөү, һөт ризыҡтары кухняһы продукцияһын алыу мөмкинлеге бирелә. Башҡортостанда федераль кимәлдә ҡаралған бөтә социаль ярҙам саралары тормошҡа ашырыла.
Лира Иғтисамова был тәңгәлдәге файҙалы мәғлүмәтте ҡайҙан алырға мөмкин булыуын әйтеп үтте. Мәҫәлән, ул мәғлүмәт Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының сайтында түбәндәге һылтанма буйынса: https://mintrud.bashkortostan.ru/activity/37622/, шулай уҡ “Аңлатабыҙ. Башҡортостан”, “Хеҙмәт мөнәсәбәттәре” Телеграм-каналдарында урынлашҡан.
“Аңлатабыҙ.102” платформаһында халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙар хаҡында көнүҙәк мәғлүмәт бирелгән бөтә социаль селтәрҙәр ҙә берләштерелгән.
Өлөшләтә мобилизация мәсьәләләре буйынса Республикаға идара итеү үҙәгенән Чат-бот эшләй (унда һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин): https://t.me/Mobilizacia_Bash_Bot .
Шулай уҡ был мәсьәләләр буйынса Башҡортостандың Ситуация үҙәгенә түбәндәге телефондар буйынса көн һайын иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем шылтыратырға була: 122, (өҫтәмә номер – 1), 8 (347) 218-19-19.
Фото "Башҡортостан" гәзитенән алынды.