-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Октября 2022, 05:19

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Үткән аҙнала М.М Шайморатов исемендәге волонтерлыҡ штабы кол-үҙәгендә 1 093 шылтыратыу ҡабул ителгән. Мөрәжәғәттәрҙең 403-өн үтәү өсөн алғандар, 347-һе үтәлгән дә инде, 56 мөрәжәғәт буйынса әлеге мәлдә эштәр алып барыла, тип хәбәр итәләр “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ирекмәндәр ярҙамға ашығаИрекмәндәр ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Үткән аҙнала М.М Шайморатов исемендәге волонтерлыҡ штабы кол-үҙәгендә 1 093 шылтыратыу ҡабул ителгән. Мөрәжәғәттәрҙең 403-өн үтәү өсөн алғандар, 347-һе үтәлгән дә инде, 56 мөрәжәғәт буйынса әлеге мәлдә эштәр алып барыла, тип хәбәр итәләр “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә.

Шылтыратыуҙарҙың күбеһе – адреслы ярҙам күрһәтеү һәм өлөшләтә мобилизация хаҡында. Көндәр һыуытыу менән баҡсалағы көҙгө эштәрҙе тамамларға, мал аҙығы, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләргә ярҙам итеү хаҡында үтенестәр күберәк була башлаған. Был мәсьәләләр тиҙ арала ҡарала, уларҙы хәл итеүгә эшҡыуарҙар һәм депутаттар ҙа йәлеп ителә.

Кол-үҙәк операторы Гүзәл коронавирус пандемияһы башланғандан бирле ирекмәнлек менән шөғөлләнә. "Пандемия осоронда нигеҙҙә өлкәндәр, күп балалы ғаиләләр, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр аҙыҡ-түлек, дарыу һатып алып килтереү хаҡында үтенә торғайны, – тип билдәләй ул. – Әле иһә мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаилә ағзалары, туғандары шылтырата. Беҙ уларҙың һәр мөрәжәғәтен теркәп, аныҡ яҙып, ярҙамды тулыһынса күрһәтергә тырышабыҙ”, – ти Гүзәл.

Республикала М.М. Шайморатов исемендәге волонтерлыҡ штабтары йәмғеһе 64: береһе – “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты базаһында, 63-ө уның урындағы бүлексәләре майҙансыҡтарында эшләй.

Фото “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас