+19 °С
Дождь


Бөгөн ҡояш тотола. Был астрономик күренеш Өфө ваҡыты менән 14 сәғәт 44 минутта башлана.
Ул үҙ максимумына 15 сәғәт 59 минутта барып етә һәм 17 сәғәт 9 минутта тулыһынса тамамлана.
Бөтә процесс 2 сәғәт 25 минут дауам итәсәк.
Үкенескә ҡаршы, сағыу астрономик ваҡиғаны баш ҡалала һәм башҡа күп урындарҙа күҙәтеү мөмкин булмаясаҡ. Сөнки күк йөҙөн болоттар ҡаплаған. Шулай ҙа көндөң ҡапыл ҡараңғыланып китеүенән ҡояш тотолоуын беҙ тоясаҡбыҙ.