+9 °С
Облачно


Сит илдән ҡайтҡанда Рәсәй граждандарынан хәҙер "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына COVID-19-ға ПЦР-тест һөҙөмтәләрен, вакциналау тураһында сертификатты йәки сир үткәреү тураһындағы белешмәне ебәреү талап ителмәй.
Сит ил граждандарына һәм гражданлыҡтары булмаған шәхестәргә Рәсәй Федерацияһына килеүсенең анкетаһын тултырыу етә. Быға тиклем улар ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһен күрһәтергә тейеш ине.
Был үҙгәрештәр 21 октябрҙән ғәмәлгә инде.
Фото "Башинформ"дан алынды.