+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Октября 2022, 09:54

Мәктәп уҡыусыларының 96,2 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителә

Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларының 96,2 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителә. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәп уҡыусыларының 96,2 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителәМәктәп уҡыусыларының 96,2 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителә
Мәктәп уҡыусыларының 96,2 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителә

Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларының 96,2 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителә. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итә.

Мәктәптә ҡайнар аш ашаусы уҡыусыларҙың 56 проценты льготалы категорияларға ҡарай (улар – башланғыс мәктәп уҡыусылары, инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар, аҙ килемле ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, ЛНР-ҙан, ДНР-ҙан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән күскән уҡыусылар).

“Бушлай, федераль бюджет иҫәбенә 1-4 класс балаларын ашата алыуыбыҙ, шулай уҡ мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау программаһы өсөн илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путинға бик рәхмәтлебеҙ. Ошо программа буйынса республикала 59 мәктәптә аҙыҡ блоктары һәм ашханалар ремонтланды”, – тип билдәләй Радий Хәбиров.

“Федераль эксперттар Башҡортостанда балалар туҡланыуын илдә иң яҡшыларҙың береһе тип һанай. Стратегик инициативалар агентлығы беҙҙә мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһен илдә иң яҡшыһы тип таныны. Ә мәктәп туҡланыуын модернизациялау буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙең Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан икенсе урынды биләне”, – тип бәйән итә ул.

 Республика Башлығы мәктәп туҡланыуын яҡшыртыу буйынса эш артабан да дауам ителәсәген белдерә.

Фото: “Башинформ”.

 

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас