+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Октября 2022, 11:25

Өфөлә оло форум уҙасаҡ

 26 октябрҙә Өфөлә Рәсәй энергетика форумын асыу сараһында Ағиҙел ҡалаһындағы ҡояш электр станцияһын ебәреү тантанаһы буласаҡ. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә оло форум уҙасаҡӨфөлә оло форум уҙасаҡ
Өфөлә оло форум уҙасаҡ

 26 октябрҙә Өфөлә Рәсәй энергетика форумын асыу сараһында Ағиҙел ҡалаһындағы ҡояш электр станцияһын ебәреү тантанаһы буласаҡ. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Рәсәй энергетика форумы 26 октябрҙән 28 октябргә тиклем ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмә комплексында үтәсәк. Уны Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән Рәсәй Энергетика министрлығы булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә комплексы ойоштора.

Эшлекле программа сиктәрендә Рәсәйҙең 30 ҡалаһынан һәм сит илдәрҙән 250-нән ашыу спикер ҡатнашлығында 30-ҙан ашыу сара уҙасаҡ. Форумға сит ил делегациялары һәм Ҡаҙағстан, Иран, Уганда вәкилдәре килеүе планлаштырыла.

Форумдың тәүге көнөндә яңы сәйәси-иҡтисади шарттарҙа электроэнергетика үҫешен закондар менән тәьмин итеү, 2030 йылға тиклем Рәсәй, Волга буйы федераль округы һәм Башҡортостан макроэкономикаһы һәм энергетикаһы торошо һәм прогноздары, энергетика тармағын планлаштырыуҙың, цифрлаштырыуҙың яңы системаһына күсеү, электроселтәр комплексында идара итеү һәм эксплуатациялауҙың көнүҙәк тәжрибәләре тикшереләсәк.

Икенсе көн ғилми-техник темаларға арналасаҡ. Ә өсөнсө көн иһә йәштәр өсөн практикум рәүешендә уҙасаҡ.

Һуңғы көн секцияларында экология технологиялары, тирә-яҡ мөхиткә көсөргәнеште кәметеү, яңы технологиялар темалары ҡараласаҡ.

Форум майҙансығында “Урал энергетикаһы” махсуслаштырылған күргәҙмәһе ойошторола. Унда илебеҙ энергетикаһының алдынғы технологиялары менән таныштырасаҡтар.

Рәсәй энергетика форумының Өфөлә 21-се тапҡыр, ә “Урал энергетикаһы” күргәҙмәһенең 28-се тапҡыр уҙғарылыуын билдәләп китәбеҙ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас