+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Октября 2022, 03:55

Атаһының машинаһын рөхсәтһеҙ алған

Әбйәлил районында профилактик рейдтар барышында эскән килеш рулгә ултырған 15 йәшлек үҫмер  тотолған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Атаһының машинаһын рөхсәтһеҙ алғанАтаһының машинаһын рөхсәтһеҙ алған
Атаһының машинаһын рөхсәтһеҙ алған

Әбйәлил районында профилактик рейдтар барышында эскән килеш рулгә ултырған 15 йәшлек үҫмер  тотолған.

Геологоразведка ауылында ВАЗ-2107 автомобилен туҡтатырға маташҡан юл хәүефһеҙлеге хеҙмәте инспекторҙарының талабын һанға һуҡмай, водитель ҡасырға маташҡан. Инспекторҙар туҡтатҡас, водителдең документтары булмай сыға. Яуаплылыҡтан ҡасып, үҫмер ағаһының мәғлүмәттәрен бирә. Спиртлы эсемлеккә тикшереү үткәс, прибор 0,579 мг/л күрһәтә.

Шулай ҙа үҫмер үҙенең кемлеген таныта һәм атаһының машинаһын рөхсәтһеҙ алыуын әйтә. Бынан һуң ата-әсәһе саҡыртыла. Водителгә ҡарата бер нисә протокол төҙөлә. Материалдар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән.

Автор:
Читайте нас