-3 °С
Облачно


25 октябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәр сағыу астрономик ваҡиғаға – өлөшләтә ҡояштың тотолоуына шаһит буласаҡ.
Ҡояш тотолоу Өфө ваҡыты менән 14 сәғәт 44 минутта башлана. Ул үҙ максимумына 15 сәғәт 59 минутта барып етә һәм 17 сәғәт 9 минутта тулыһынса тамамлана.
Бөтә был процесс 2 сәғәт 25 минут дауам итәсәк.
Ҡояш тотолоуын махсус күҙлек кеймәйенсә күҙәтергә ярамай, тип иҫкәртә белгестәр. Ҡояштан һаҡлаусы ҡәҙимге күҙлектәр бармай. Иң яҡшыһы боронғо ата-бабалар ысулы – быяланы майшәм өҫтөндә тотоп алырға һәм шуның аша ҡарарға.