+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Октября 2022, 04:20

Мостай Кәрим исемендәге фонд стипендиаты

Билдәле тележурналист, аспирант Азат Ғәлиуллин Мостай Кәрим исемендәге фонд стипендияһына лайыҡ булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мостай Кәрим исемендәге фонд стипендиатыМостай Кәрим исемендәге фонд стипендиаты
Мостай Кәрим исемендәге фонд стипендиаты

Билдәле тележурналист, аспирант Азат Ғәлиуллин Мостай Кәрим исемендәге фонд стипендияһына лайыҡ булған.

Был турала ул үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙа.

- Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөндә алған награда башҡорт әҙәбиәтенә һөйөүемдең ҙур ҡаҙанышы тип әйтер инем. Сөнки, әҙәбиәтебеҙҙең йылъяҙмаһы менән мин баласаҡтан ҡыҙыҡһынам. Тәүҙә атай-әсәйем һөйөү тәрбиәләһә, унан һуң мәктәп, артабан университет, бөгөн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. Тәүге башҡорт трилогияһы авторы Зәйнәб Биишева, тарихи пенталогия яҙыусы Яныбай Хамматов, роман-эпопея жанрына нигеҙ һалыусы Таңсулпан Ғарипова кеүек шәхестәр миндә ҙур һоҡланыу уята. Аспирантураға барыуҙың да сәбәбе ошо. Был өлкәгә ҡағылышы фәнни эштәр менән бергә, журналистика өлкәһендә Республиканың төп телеканалында эшләүем менән дә бәхетлемен, Аллаға шөкөр! Мостай Кәримгә бәйле материалдарым бөгөн тиҫтәләрсә. Шуға ла награда минең өсөн оло баһа, - ти ул.

#МустайКарим #МостайКәрим

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас