-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Октября 2022, 11:18

Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына — 110 йыл

Уның яҙмышы тетрәндергес була: үҙ ата-әсәһен ул хәтерләмәй, Бөрөләге, Смоленск өлкәһендәге балалар йорттарында тәрбиәләнә. Шунда тәрбиәсе апай уны тальян гармунда уйнарға өйрәтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына — 110 йылФәйзи Ғәскәровтың тыуыуына — 110 йыл
Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына — 110 йыл

 Башҡорт хореографы һәм балетмейстеры, БАССР-ҙың  һәм РСФСР-ҙың  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров 1912 йылдың 21 октябрендә тыуған.

Уның яҙмышы тетрәндергес була: үҙ ата-әсәһен ул хәтерләмәй, Бөрөләге, Смоленск өлкәһендәге балалар йорттарында тәрбиәләнә. Шунда тәрбиәсе апай уны тальян гармунда уйнарға өйрәтә.

Һәләтле егет Бөрө педагогия техникумына уҡырға инә. Өфөлә театр техникумы асылғас, балалар йортонан һәләтлеләрҙе ошо һөнәргә өйрәтергә алалар. Фәйзи фортепиано буйынса уҡый. Башҡорт күсмә театры директоры менән таныша. Театр менән бик күп башҡорт ауылдарына, Силәбе, Һамар, Ульяновск өлкәләренә гастролгә сыға. Театрҙа барлыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә ул.  

Опера театры коллективы Өфөгә гастролгә килгәс, ул классик бейеү дәресенә йөрөй. Балетмейстр Фәйзиҙең талантын, ныҡышмал холҡон, бейеүгә ынтылышын һиҙеп, уға балет мәктәбендә уҡырға кәңәш итә. Егеттә бейеү генә түгел, халыҡ костюмдары, тарихы, йолалары, ижады, музыкаһы ла тәрән ҡыҙыҡһыныу уята.

Бейеү уның булмышын яулай, тулыһынса йәшәү рәүешенә әүерелә. Режиссер Мортазин-Иманскийҙың кәңәше буйынса 16 йәшлек Фәйзи СССР-ҙың Ҙур театры ҡарамағындағы хореография техникумына уҡырға инә. 1928—1932 йылдарҙа данлыҡлы балетмейстер Игорь Моисеев класында белем алғас, Ленинград хореография училищеһында уҡыта. Унда Башҡортостандың һәләтле йәштәре өсөн милли бүлек асыуға өлгәшә.  Фәйзи Ғәскәров Ленинградҡа алып барған иң талантлы балалар араһында Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин, Фәүзи Саттаров, Майя Таһирова кеүек киләсәктә йондоҙ булып таныласаҡ шәхестәр ҙә була.

Белемгә ынтылған егет, остазы Игорь Моисеевтың хуплауын алып, ауылдарға йөрөй, халыҡ йолаларын, көнкүрешен, милли музыканы өйрәнә, этнографик экспедицияларға сыға. Яңы бейеү һалыу өсөн мәғлүмәт йыя, һәләтле йәштәрҙе эҙләй. 1939 йылда Фәйзи Ғәскәров яңы барлыҡҡа килгән бейеү ансамбленең художество етәксеһе булып китә. Милли сәнғәтте нығытырҙай профессиональ коллектив булдырыу, боронғо бейеүҙәрҙең үҙенә генә хас нескәлеген асыу, халыҡ ижадының үҙенсәлеген һәм бөйөклөгөн сағылдырған оҫталыҡты һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатын ғәмәлгә ашыра ансамбль. Фәйзи Ғәскәровтың «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Байыҡ» исемле беренсе бейеүҙәре әле лә үҙе бер аҫыл сәнғәт өлгөһө кеүек ҡабул ителә.

Халыҡ һөйөүен яулаған бейеүҙәре, әлбиттә, бихисап. Билдәле хореограф-балетмейстерҙың башҡорт сәнғәтенә индергән өлөшө шаҡтай ҙур. Шуға ла уның исеме – мәңге халыҡ телендә.

21 октябрҙә Фәйзи Ғәскәровтың 110 йыллығына бағышлап, уның исемен йөрөткән Халыҡ бейеүҙәре ансамбле "Башҡортостан" дәүләт концерт залында сығыш яһай. Тамаша 19 сәғәттә башлана. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас