-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Октября 2022, 07:11

Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан ниндәй мөһим объекттар сафҡа инә?

Республикабыҙ баш ҡалаһы 2024 йылда юбилейын билдәләй. Федераль кимәлдәге ваҡиға уңайынан Өфөлә мәҙәниәт, мәғариф, спорт, транспорт объекттары барлыҡҡа килә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан ниндәй мөһим объекттар сафҡа инә?Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан ниндәй мөһим объекттар сафҡа инә?
Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан ниндәй мөһим объекттар сафҡа инә?

Шундай күләмле объекттарҙың береһе – Көрәш һарайы. Октябрь районындағы яңы спорт учреждениеһында халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә ярыштар уҙасаҡ. Киләһе йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының төҙөкләндерелгән бинаһы үҙ ишектәрен аса. Радий Хәбиров Мәҙәниәт министрлығына репертуарҙы яңыртырға ҡушты. Калинин, Ленин райондарында ла ишкәкле слаломы комплексы, фехтование үҙәге кеүек биналар ҙур чемпионаттар үткәрерлек итеп һалына.

Ултырышта Ағиҙел йылғаһы аша арҡалы күперҙе капиталь төҙөкләндереү барышы тикшерелде. Күперҙә ете меңдән ашыу металл конструкцияны алмаштырыу ҡарала. Башҡортостан Башлығы күперҙе яҡтыртыу мәсьәләһен дә ентекле өйрәнергә тәҡдим итте. 2025 йылға тиклем баш ҡалала Республика математика лицей-интернаты асылырға тейеш. Өфө юбилейына Октябрь революцияһы урамы һәм Аксаков баҡсаһы яңыртыласаҡ. Радий Хәбиров мөһим объекттарҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырырға ҡушты.

Фото: БР Башлығының социаль селтәренән.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас