-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Октября 2022, 04:50

Киләһе осорға республика бюджеты ҡарала

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона бюджет тураһында республика закон проекты хупланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Киләһе осорға республика бюджеты ҡаралаКиләһе осорға республика бюджеты ҡарала
Киләһе осорға республика бюджеты ҡарала

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона бюджет тураһында республика закон проекты хупланған.

Премьер-министр Андрей Назаров, әле формалаштырылған бюджеттың төп маҡсаты бюджет сикләүҙәре шарттарында оҙайлы осорға тотороҡлоҡ тәьмин итеү булып тора, тине. Санкция баҫымын еңеп сығыу ғына түгел, өлөшләтә мобилизациялау шарттарында социаль әһәмиәтле сараларҙы тормошҡа ашырыу һәм иҡтисадтың реаль секторына дәүләт ярҙамы мөһим йүнәлештәр булып ҡала.

2023 йылда республика бюджетының дөйөм күләме 265 миллиард һумдан ашыу тәшкил итеүе күҙаллана. 2022 йылға раҫланған планға ҡарата үҫеш 8 процент тирәһе тәшкил итә.

Алдағы өс йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты проектын төҙөү социаль-иҡтисади үҫештең күҙалланған күрһәткестәренән сығып тормошҡа ашырыла.

Автор:
Читайте нас