

Нимә ул дуҫлыҡ? Дуҫлыҡ – ул үҙ-ара ышанысҡа, ҡыҙыҡһыныуҙар һәм мәнфәғәттәр уртаҡлығына нигеҙләнгән изге мөнәсәбәттәр. Бөтә халыҡтарҙа ла дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар.
Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто “Юлдаш” радиоһы менән берлектә “Беҙ төрлө, әммә бергә” тигән яңы проект тәҡдим итә. Сығарылыш халыҡтар дуҫлығына арнала. Унда республикала йәшәгән халыҡтарҙың әйтем һәм мәҡәлдәре яңғырай. Уларҙың мәғәнәһе башлыса татыу мөнәсәбәттәрҙең ҡиммәте тураһында. Латыштар, мәҫәлән, изге дуҫ – донъялағы иң ҡәҙерле хазина, тип иҫәпләй. Кешене дуҫына ҡарап һынап була, ти әрмәндәр. Ағас – тамыры, ә кеше дуҫтары менән көслө, тип яңғырай удмурт мәҡәле. Проект Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала. Үҙегеҙ белгән һирәк мәҡәлде “Юлдаш” радиоһына шылтыратып әйтә алаһығыҙ. Төрлө милләттәрҙең музыкаһы менән биҙәлгән тапшырыу 12 октябрҙән 4 ноябргә тиклем көн һайын төшкө 12:45 сәғәттә эфирға сыға. Башҡорт теленә мәҡәлдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Илһөйәр Ғәзетдинова тәржемә итә.
Фото: Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы сайтынан.