+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Һуңғы яңылыҡтар
20 Октября 2022, 06:05

Өфөлә ашнаҡсыға һәйкәл асыласаҡ

Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө алдынан балалар туҡландырыуы ашнаҡсыһына Рәсәйҙәге берҙән-бер һәйкәл асыласаҡ.

Өфөлә ашнаҡсыға һәйкәл асыласаҡӨфөлә ашнаҡсыға һәйкәл асыласаҡ
Өфөлә ашнаҡсыға һәйкәл асыласаҡ

Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө алдынан, 22 октябрҙә төшкө сәғәт 2-лә баш ҡаланың Ленин районында Ғафури урамы, 7 адресы буйынса балалар туҡландырыуы ашнаҡсыһына Рәсәйҙәге берҙән-бер һәйкәл асыласаҡ.

Был скульптура Балалар һәм диета туҡланыуы үҙәге инициативаһы менән барлыҡҡа килгән. Уны скульптор Андрей Асерьянц яһаған.
Һәйкәлдә бәләкәй ҡыҙға котлета менән макарондар биреп торған ашнаҡсы һындандырылған. Баланың йөҙөндә рәхмәт һәм шатлыҡ күренә. Иҫтәлекле урындың нигеҙендә «Ешь, учись, расти» тип яҙылған.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-10-19/v-ufe-sostoitsya-otkrytie-edinstvennogo-v-strane-pamyatnika-povaru-2995428

Альберт Заһиров фотоһы.

Автор:
Читайте нас