

Изге эшкә – мобилизацияланған ир-егеттәргә гуманитар ярҙам әҙерләүгә Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре лә үҙҙәренең өлөшөн индергән.
“Йөрәк утыбыҙҙы һалып бәйләгән йөн ойоҡбаштар, шарфтар, бирсәткәләр яугирҙәребеҙҙе һалҡындан һаҡлаһын, бергәләшеп уҡыған доғаларыбыҙ уларға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен, – ти ҡала ағинәйҙәре ойошмаһы етәксеһе Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы Халиҡова. – Ойоҡбаш бәйләп өлгөрмәгән әхирәттәребеҙ, кибеттән һатып алып, йылы кейемдәр, көндәлек кәрәк-яраҡтар килтерҙе. Күстәнәскә тыуған яғыбыҙ яландарындағы еләк-емештән ҡойолған ҡаҡ, сәтләүектәр, башҡа төрлө тәм-том әҙерләнек. Ойоҡбаштар эсенә күңел түрҙәренән сыҡҡан хаттарыбыҙҙы һалдыҡ. “Беҙ һеҙҙе өҙөлөп көтәбеҙ! Еңеү менән, иҫән-һау ҡайтығыҙ, балаҡайҙар!..” – тигән юлдар уландарға көс өҫтәр, тип уйлайбыҙ”.
Ағинәйҙәр күстәнәстәрҙе, йылы әйберҙәрҙе Абдулҡадир Инан исемендәге үҙәк китапханаға алып килгән. Посылкаларҙы китапхана хеҙмәткәрҙәре менән бергәләшеп тултырғандар. Ил инәләренең хәстәрлекле, наҙлы ҡулдары әҙерләгән бүләктәр яугирҙәребеҙгә барып етеп, уларҙың рухтарына ҡеүәт бирер!