+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Октября 2022, 06:24

Башҡортостанда "база әҙерлеге" кимәле индерелә

Шаршамбыла Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған указға ярашлы, дүрт яңы төбәктә – Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә хәрби режим индерелде. Украинаға һәм яңы төбәктәргә яҡын Ҡырымда, Севастополдә, Краснодар крайында, Белгород, Брянск, Воронеж, Курск, Ростов өлкәләрендә  "уртаса әҙерлек" кимәле ғәмәлдә буласаҡ. Үҙәк һәм Көньяҡ федераль округтарҙың башҡа субъекттарында "юғары әҙерлек" кимәле һаҡланасаҡ. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда "база әҙерлеге" кимәле индерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда "база әҙерлеге" кимәле индереләБашҡортостанда "база әҙерлеге" кимәле индерелә
Башҡортостанда "база әҙерлеге" кимәле индерелә

Шаршамбыла Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған указға ярашлы, дүрт яңы төбәктә – Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларында, Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә хәрби режим индерелде. Украинаға һәм яңы төбәктәргә яҡын Ҡырымда, Севастополдә, Краснодар крайында, Белгород, Брянск, Воронеж, Курск, Ростов өлкәләрендә "уртаса әҙерлек" кимәле ғәмәлдә буласаҡ. Үҙәк һәм Көньяҡ федераль округтарҙың башҡа субъекттарында "юғары әҙерлек" кимәле һаҡланасаҡ.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда "база әҙерлеге" кимәле индерелде. Был төбәктәрҙең етәкселәренә түбәндәге вәкәләттәр бирелде:

– халыҡты һәм биләмәне тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау сараларын уҙғарыу,

– ғәскәрҙәрҙең һәм халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында саралар уҙғарыу,

– транспорт, коммуникациялар һәм элемтә, энергетика, хәрби, халыҡ көнкүрешен тәьмин иткән, мөһим дәүләт һәм махсус объекттарҙы, шулай уҡ кеше ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф менән янаған объекттарҙы һаҡлау, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм көсәйтеү,

– транспорт, коммуникациялар һәм элемтә эшмәкәрлеген тәьмин иткән объекттарҙың, энергетика объекттарының, шулай уҡ кеше ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф менән янаған объекттарҙың эшенә айырым режим индереү.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 

Автор:
Читайте нас