-4 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
19 Октябрь 2022, 04:20

Яңы музей асыу тиҙләтелә

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия күсмә цивилизациялар музейын асыу буйынса эш төркөмө кәңәшмәһен үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы музей асыу тиҙләтеләЯңы музей асыу тиҙләтелә
Яңы музей асыу тиҙләтелә

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия күсмә цивилизациялар музейын асыу буйынса эш төркөмө кәңәшмәһен үткәрҙе.

Билдәле булыуынса, музей Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында урынлашасаҡ.

“Архтамға” эксперт-проект бюроһының генераль директоры Рөстәм Әлибаев буласаҡ музейҙың архитектура концепцияһы менән таныштырҙы. Күсмә цивилизациялар музейы биналары комплексы ошо төбәктең ландшафтына тап килергә һәм төп объект – Турахан кәшәнәһенең әһәмиәтен сағылдырырға тейеш, тип билдәләне ул.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән берлектә буласаҡ музей комплексы белгестәрен әҙерләү ойоштороласаҡ.

Музей эргәһендә визит-үҙәк, “оҫталар ҡалаһы”, ипподром менән ат спорты үҙәге, ҡымыҙ йорто, шулай уҡ дөйөм туҡланыу ойошмалары, туристик-рекреация объекттары урынлашасаҡ.

Башҡортостан Башлығы биләмәне транспорт менән тәьмин итеү, шулай уҡ юл буйы сервисын үҫтереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Автор:
Читайте нас