+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Октября 2022, 05:49

Салауат ҡалаһынан Камилә Ҡотлоева 100 йәшен билдәләй

Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙы 1922 йылдың 17 октябрендә Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында тыуған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауат ҡалаһынан Камилә Ҡотлоева 100 йәшен билдәләйСалауат ҡалаһынан Камилә Ҡотлоева 100 йәшен билдәләй
Салауат ҡалаһынан Камилә Ҡотлоева 100 йәшен билдәләй

Үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын инәй яҡындары һәм туғандары менән ҡаршылаған. Ҡала мэры Игорь Миронов менән һуғыш, тыл, хәрби көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ла юбилярҙы тәбрикләгән, тип хәбәр итәләр Салауат ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Поздравляю Вас с такой знаковой датой – 100-летием со дня рождения. Желаю Вам здоровья, чтобы были всегда в окружении своей большой семьи, которая ценит вас и очень любит», - тине Игорь Миронов.

Камилә Сәйетгәрәй ҡыҙы 1922 йылдың 17 октябрендә Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында тыуған. Ул ғүмере буйы Салауат ҡалаһының «Чайка» ательеһында эшләгән һәм унан хаҡлы ялға сыҡҡан. Дүрт ҡыҙға ғүмер биреп тәрбиәләп үҫтергән.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-18/salauat-ala-ynda-y-sh-g-n-kamila-otloeva-ber-byuatly-yubileyyn-bild-l-g-n-2993799

Автор:
Читайте нас