+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Октября 2022, 07:37

Әбйәлил районында бер ир ғәйеп булған

Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратып, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында өлкән йәштәге ир юғалыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ул урманға утын әҙерләргә сыҡҡан һәм элемтәгә сығыуҙан туҡтаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әбйәлил районында бер ир ғәйеп булғанӘбйәлил районында бер ир ғәйеп булған
Әбйәлил районында бер ир ғәйеп булған

Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратып, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында өлкән йәштәге ир юғалыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ул урманға утын әҙерләргә сыҡҡан һәм элемтәгә сығыуҙан туҡтаған. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР комитетының Сибай төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары юлланған.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, отряд ауылға барып, хакимиәт башлығы менән бәйләнешкә ингән һәм урындағы ике кешене ҡуша алып урманға сыҡҡан.
Юғалған ир бер нисә тапҡыр шылтыратҡан булған, тик элемтә өҙөклөк менән эшләгән. Уны ҡараңғы төндә Әхмәт ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта телефонының фонаре яҡтылығынан тапҡандар. Ир үҙен яҡшы тойған, өшөмәгән, мединицна ярҙамынан баш тартҡан.

 https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-19/zhitel-bashkirii-ushel-v-les-i-i-propal-2994691

Автор:
Читайте нас