

Республикабыҙҙа балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе 42 атай йәшәй икән. Уларға Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының “Ғаилә” ресурс үҙәктәре социаль ярҙам күрһәтә. Был турала Республика менән идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Ильяс Сәғитов Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында һөйләп үтте.
Тулы булмаған ғаиләләргә һәм халыҡтың башҡа категорияларына ярҙам тураһындағы мәғлүмәтте “Трудовые отношения” телеграм-каналынан белергә була. Унда шулай уҡ икенсе һөнәргә бушлай уҡып алыу программаһы хаҡында файҙалы мәғлүмәт тә урын алған. Башҡортостанда йәшәүселәргә барлығы 1700-ҙән ашыу йүнәлеш буйынса һөнәри уҡыу мөмкинлеге бар.
– “Рәсәйҙә эш” порталына инеп, ғариза яҙырға ла мәшғүллек үҙәгенән хәбәр көтөргә кәрәк. Халыҡтың ниндәй төркөмдәренең яңы һөнәргә бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә булыуын да шунда уҡ белергә мөмкин, – ти Ильяс Сәғитов.
Фото "Башинформ"дан алынды.