0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Октября 2022, 03:35

Яңы йыл байрамын тыйнаҡ үткәрергә ҡушты

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция уҙған мәлдә артистар ҡатнашлығында ҙур байрамдар үткәреүҙе һәм уға аҡса исрафлауҙы тыйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы йыл байрамын тыйнаҡ үткәрергә ҡуштыЯңы йыл байрамын тыйнаҡ үткәрергә ҡушты
Яңы йыл байрамын тыйнаҡ үткәрергә ҡушты

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция уҙған мәлдә артистар ҡатнашлығында ҙур байрамдар үткәреүҙе һәм уға аҡса исрафлауҙы тыйҙы.

"Алдағы осорҙа концерттар һәм күңел асыу саралары тураһында онотоғоҙ, хәлде мин үҙеи контролдә тотасаҡмын. Алда Яңы йыл ҡаршылау тора, беҙ уны мотлаҡ үткәрәсәкбеҙ, ғаиләләр беҙҙең хәстәрлекте тойорға, бер нәмәгә ҡарамай, балалар байрам кәйефе һәм бәхет тойорға тейеш", - тине ул.

Радий Хәбиров уҡ район-ҡалалар башлыҡтарына Яңы йыл иллюминацияһын яңыртыуҙы тыйҙы.

 

Автор:
Читайте нас