+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Октября 2022, 04:20

Эшҡыуарҙар конкурсы үтә

Башҡортостанда 12 октябрҙә «Йыл эшҡыуары - 2022» конкурсы башланды.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Эшҡыуарҙар конкурсы үтәЭшҡыуарҙар конкурсы үтә
Эшҡыуарҙар конкурсы үтә

Башҡортостанда 12 октябрҙә «Йыл эшҡыуары - 2022» конкурсы башланды.  

Конкурста бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына индерелгән, республика биләмәһендә теркәлгән шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр ҡатнаша ала. Ул 30 ноябргә тиклем ике этапта уҙғарыла: һайлап алыу (муниципаль) һәм төп (республика) конкурстар үткәрелә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленәсәк.

Муниципаль этап 31 октябрҙә тамамлана.  Республика кимәленә сыҡҡандар конкурста ҡатнашыу тураһында ғаризаны 11 ноябргә тиклем бирә ала.

Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр түбәндәге номинацияларҙа билдәләнә:

- етештереү (бәләкәй (микро) предприятие;

- ауыл хужалығы;

- күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү;

- туризм; - бизнес өсөн консалтинг хеҙмәттәр;

- көнкүреш хеҙмәттәре;

- инновациялар һәм яңы технологиялар;

- төҙөлөш; IT һәм һанлы технологиялар;

- транспорт, транспорт логистикаһы һәм автосервис хеҙмәттәре;

- халыҡ-художество кәсептәре;

- йәмәғәт туҡланыуы;

- йәш эшҡыуар (шәхси эшҡыуар йәки 35 йәшкә тиклемге ойошма етәксеһе); - ғаилә бизнесы;

- йылдың ҡатын-ҡыҙҙар проекты;

- йылдың социаль эшҡыуары.

 

 Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Автор:
Читайте нас