

20 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы эшҡыуарҙар өсөн «Бизнес24» конференцияһы үткәрә.
Унда эшҡыуарҙарға нисек клиент йәлеп итеү, эшмәкәрлекте киңәйтеү, әйберҙәрҙе нисек һөҙөмтәле һатыу нескәлектәре өйрәтелә. Был сарала ҡатнашыу бушлай. Бары тик www.бизнес-уфа.рф. сайтында теркәлергә генә кәрәк.
Конференция Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнеп ғәмәлгә ашырылған "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси башланғыстарға булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы үткәрелә.
– Өфөнөң Бизнес берләшмәһе компанияны нисек һаҡлау һәм һатыуҙы арттырыу кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышыр өсөн осраша. Конференцияла эксперттар һөҙөмтәле идара итеү буйынса кәңәштәр бирә, шул иҫәптән, IT-технологияларҙы файҙаланып, компаниялар эшен ойоштороуҙы яңы шарттарҙа тормошҡа ашырырға ярҙам итә, – тине Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.