-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Октября 2022, 03:45

Йөрәк йылыһын ҡушып

Йылайыр районының барлыҡ ауылдары, шул иҫәптән Юлдыбай һәм Һынташ ауылдары халҡы өлөшләтә мобилизация буйынса хеҙмәткә саҡырылған ир-егеттәргә гуманитар ярҙам оҙатты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йөрәк йылыһын ҡушыпЙөрәк йылыһын ҡушып
Йөрәк йылыһын ҡушып

Йылайыр районының барлыҡ ауылдары, шул иҫәптән Юлдыбай һәм Һынташ ауылдары халҡы өлөшләтә мобилизация буйынса хеҙмәткә саҡырылған ир-егеттәргә гуманитар ярҙам оҙатты.

Ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ҡорбанғәлиев, айырыуса, иң беренселәрҙән булып ярҙам күрһәткән “Ағинәйҙәр” ойошмаһына рәхмәтебеҙҙе белдерерәбеҙ, тип яҙа социаль селтәрҙәге урындағы үҙидараның рәсми битендә.

Посылкалар туплау өсөн йылы кейемдәр, ойоҡ-бейәләйҙәр, сәй-шәкәр, печенье, консервалар һәм башҡа ризыҡ алып килгән улар. Гөлнара менән Йәмил Рафиҡовтар, Марат Абдуллин, алыҫ араларҙы яҡынайтып, посылкаларҙы тәғәйен урынға алып барып еткергән һәм яҡташтарына тапшырған.

Урындағы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Шаһибал ҡыҙы Моратова, ағинәйҙәр хәрби хеҙмәткә алынған ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын, уларға бағышлап ҡылған доғаларығыҙ ҡабул булһын, тип теләйбеҙ, тине телефондан һөйләшкәндә.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы йылайырҙарҙың ошо изге теләктәренә ҡушыла.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас