+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Октября 2022, 07:35

Сәхнәлә - яугир ат яҙмышы

14 октябрь Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә яҙыусы, драматург Мөнир Ҡунафиндың  "Ҡорос. Яугир ат яҙмышы" драмаһының премьераһы  күрһәтелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәхнәлә - яугир ат яҙмышыСәхнәлә - яугир ат яҙмышы
Сәхнәлә - яугир ат яҙмышы

Спектаклдә данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡаһарман Керчь (Ҡорос) исемле ат яҙмышы аша бөтә халыҡ, ил яҙмышы, уның уйланыуҙары, кисерештәре, борсолоуҙары, өмөттәре кәүҙәләндерелгән. “Керчь” – легендар девизияның Бөйөк Ватан һуғышында  Берлинғаса  барып еткән  һәм  маршал  Буденыйҙың приказы буйынса Башҡортостаныбыҙға кире ҡайтарылған берҙән-бер ат ул. Ир-егет менән ат яҙмышына мәҙхиә булған, тарих төпкөлөнә  бағып, илһөйәрлек рухын күтәргән был тамаша берәүҙе лә битараф ҡалдырмай.

28  октябрь Стәрлетамаҡ драма театры был тарихи драманы Миәкә районының мәҙәниәт һарайында күрһәтә.Тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Автор:
Читайте нас