+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Октября 2022, 08:08

Иң ҙур поликлиниканы төҙөү тамамланып килә

Баш ҡаланың иң ҙур поликлиникаһын төҙөү 97 процентҡа тамамланған, тип хәбәр итә Республика менән идара итеү үҙәге Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенә һылтанма менән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң ҙур поликлиниканы төҙөү тамамланып киләИң ҙур поликлиниканы төҙөү тамамланып килә
Иң ҙур поликлиниканы төҙөү тамамланып килә

Баш ҡаланың иң ҙур поликлиникаһын төҙөү 97 процентҡа тамамланған, тип хәбәр итә Республика менән идара итеү үҙәге Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенә һылтанма менән.

9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһы Затон биҫтәһенең Әхмәтов, Осоусылар һәм Сержант Пашков урамдары араһындағы кварталда урынлашасаҡ. Уға сменаһына 900 кеше килә аласаҡ.

Әле подрядсы биҙәкләү эштәрен башҡара һәм түбән электр тогы үткәргестәрен, елләтеү һәм йылытыу системаларын монтажлай. Район хакимиәтенән аныҡлауҙарынса, фасад эштәре тамамланып бара, тирә-яҡ тәртипкә килтерелә.

Поликлиникала физиотерапия, стоматология бүлектәре, функциональ диагностикалау һәм эндоскопия кабинеттары, инфекция блогы, клиник-диагностикалау лабораторияһы урынлашасаҡ.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас