+17 °С
Облачно


Республика халҡы һалым түләү буйынса иҫкәртмәләр ала башланы. 1 декабргә тиклем мөлкәт, транспорт һәм ер өсөн һалымдарҙы Рәсәй почтаһының Башҡортостандағы 1 280 бүлексәһендә түләргә мөмкин.
Түләү өсөн квитанцияны почта бүлексәһе операторына бирергә кәрәк. Әгәр ҙә клиент үҙе менән квитанция килтермәһә, һалым бурысын ИНН аша белергә мөмкин. Аҡса түләгәндән һуң хеҙмәткәр чек бирә. Һалымдарҙы өйҙә лә түләргә мөмкин - бының өсөн почтальондың мобиль почта-касса терминалы булырға тейеш. Башҡортостанда почта хеҙмәткәрҙәре 800-гә яҡын шундай ҡоролма ҡуллана.